Унда республикабыҙҙың барлыҡ ҡала һәм райондарынан, шулай уҡ Рәсәйҙең төрлө ҡалаларынан һәм төбәктәренән халыҡ кәсептәрен үҙ итеүсе оҫта ҡулдар ҡатнаша. Сараға Архангел, Баймаҡ, Ишембай, Белорет, Көйөргәҙе, Мәсетле, Миәкә, Мишкә, Балаҡатай райондары вәкилдәре йыйылды. Бындай ҙур һәм бай күргәҙмәне бик һирәк осратырға мөмкин. Унда магазин тауарҙары түгел, ә күҙ нурҙарын түгеп, бөртөкләп эшләнгән, һәр береһе сәнғәт өлгөһөнә тиң булырҙай ғәжәйеп ҡул эштәре ҡуйылған. Уларҙың төрлөлөгөнән һәм матурлығынан күҙҙәр ҡамаша. Башҡорт халыҡ милли кейемдәре, ҡашмауҙар, түбәтәйҙәр, һаҡалдар, биҙәүестәр, туҙҙан, талдан, ағастан, таштан, фарфорҙан эшләнгән әйберҙәр, һуғылған балаҫтар, кейеҙ түшәктәр, матур-матур картиналарға ҡарап һоҡланмау мөмкин түгел. Шунда уҡ оҫталыҡ дәрестәре лә ойошторола: кем йөн иләргә, кем ҡашмау эшләргә, кем балаҫ һуғырға өйрәнә. Сәхнәлә иһә һәләтлеләр үҙ һөнәрҙәрен күрһәтә. Күргәҙмә 9 декабргә тиклем дауам итә.