Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә маҡсатлы йылдың төп дүрт йүнәлеше аталды. Вице-премьер - торлаҡ-коммуналь хужалығы министры Борис Беляев белдереүенсә, был йылда газондар эшләүгә, тротуарҙарҙы йүнәтеүгә, урамдарҙы яҡтыртыуға, ҡоймалар ҡуйыуға айырыуса иғтибар итәсәктәр. Торлаҡ пункттарҙың (ҡасабаларҙың) тышҡы йөҙө берҙәм стандартҡа тура килтереләсәк. Министрлыҡта проектты ғәмәлгә ашырыу планы төҙөлә.