Әлшәй хәбәрҙәре
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Декабрь 2019, 18:00

Рәсәй пенсионерҙарына 1 ғинуарҙан өҫтәмә

2020 йылдың 1 ғинуарынан рәсәйҙәрҙең пенсияһы арта.

Рәсәйҙәрҙең пенсияһы айына бер мең һумға арта. Түләү, былтырғы кеүек үк, законда билдәләнгән ваҡыттан бер ай алдараҡ – 1 февралдә түгел, ә 1 ғинуарҙа индексациялана. 2020 йылдың 1 ғинуарынан эшләмәгән рәсәйҙәрҙең уртаса пенсияһы айына 16 400 һум була. Илдә 40 миллион кешегә өҫтәмә түләнә. 2020 йылдың 1 апреленән, пенсионерҙың йәшәү минимумы кимәленә ярашлы, дәүләт тәьминәте буйынса пенсия 7 процентҡа индексациялана. Рәсәйҙә эшләп йөрөгән һәм эшләмәгән 4 миллион пенсионерға ошондай пенсия түләнә. 2020 йылдың 1 февраленән социаль хеҙмәттәр йыйылмаһының айлыҡ аҡсалата түләүе һәм аҡса эквиваленты 3,8 процентҡа арттырыла. Был 15 миллион гражданға ҡағыла.
фото/яндекс
Читайте нас: