Рәсәй Президенты Владимир Путин Ғаилә кодексына үҙгәрештәр индерә торған законға ҡул ҡуйҙы. Был балаларға өҫтөнлөк бирә торған документ. Ошо закон менән бер туған балаларҙың бер үк балалар баҡсаһына йә мәктәпкә йөрөүе нығытыла. Йәғни, бер ғаилә балаларына белем биреү учреждениеһын һайлағанда өҫтөнлөк бирелә. Был ни тигән һүҙ? Әгәр ҙә баланың береһе теге йәки был мәктәптә уҡыһа, бәләкәй туғаны ла шул мәктәпкә алынырға тейеш. Балалар баҡсаһына ла ҡағыла. Сөнки ата-әсәгә балаларҙы төрлө урынға алып барыу ҡыйын. Хәҙер иһә уңайлы буласаҡ.