Был хаҡта «Берҙәм Рәсәй»ҙең төбәк сәйәси советы президиумы ултырышында төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Рөстәм Әхмәҙинуров һөйләне. Партия ағзалары, Башҡортостан башлығының Яңы йыл байрамдарында хәмер һатыуҙы сикләүгә бәйле башланғысын хуплап, ошондай тәҡдим индергән. «Райондарҙа һәм ҡалаларҙа бөтә спорт кластары ла ата-әсәләре менән бергә ошо уйындарҙа ҡатнаша. Бәләкәйерәк балаларға – күңелле старттар, ә өсөнсө кластан башлап мини-футбол, баскетбол, волейбол, хоккей буйынса ярыштар уҙғарыла. Еңеүселәр 18 ғинуарҙа Өфөлә республика финалында осраша. Шул рәүешле беҙ байрам көндәрендә уҡыусыларҙың ялын күңелле итеп ойошторорбоҙ», — тине Рөстәм Әхмәҙинуров.