Әлшәй хәбәрҙәре
-18 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Декабрь 2019, 11:55

Сноуборд буйынса Бөтә донъя кубогы

Әбйәлил йәнә сит ил ҡунаҡтарын ҡаршыларға йыйына.

7 – 8 декабрҙә Яҡтыкүлдә «Металлург-Магнитогорск» тау саңғы үҙәгендә ҙур спорт сараһы — Сноуборд буйынса Бөтә донъя кубогының I этабы уҙасаҡ. Мәртәбәле ярышта 17 илдән 200-ҙән ашыу спортсы ҡатнашыуы көтөлә. Улар параллель слалом һәм параллель слалом-гигант дисциплиналарында уҙышасаҡ. «Яҡты-Күл» курорты биләмәһендә үткән ярышҡа ике тапҡыр Олимпия уйындары чемпионы, данлыҡлы спортсы Вик Уайльдтың килеүе көтөлә. Рәсәй йыйылма командаһы составына Бөтә донъя чемпионаты призерҙары Наталья Соболева менән Милена Быкова инде. Башҡортостан намыҫын гүзәл заттар араһынан Наталья Кизина яҡлаясаҡ. Улар параллель слалом дисциплинаһында үҙ оҫталығын күрһәтергә ниәтләй.
фото/яндекс
Читайте нас в