Әлшәй хәбәрҙәре
+5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Декабрь 2019, 13:20

Туғыҙ айҙа ике меңдән ашыу осраҡ

Республиканың СПИД-ты һәм йоғошло ауырыуҙарҙы иҫкәртеү, уларға ҡаршы көрәш үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда быйылғы туғыҙ айҙа ВИЧ-инфекцияһы менән ауырыуҙың 2047 осрағы теркәлгән (былтырғы менән сағыштырғанда 456 осраҡҡа кәмерәк). Шуларҙың 1268-е – ир-ат, 779-ы – ҡатын-ҡыҙ. Ауырыуҙарҙың 43 процентын 31-40 йәшлек кешеләр тәшкил итә. Үҙәктән хәбәр итеүҙәренсә, вирус 83,3 процент осраҡта енси юл менән күскән, 15,8 проценты - наркотиктар ҡулланғанда инфекцияланған инструменттар аша. Ауырлы әсәнән сабыйға күсеү осраҡтары ла бар: 0,9 процент. Иҫкәртеү сараларын көсәйтеү мөһим.

Читайте нас: