29 ноябрҙә Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры Дмитрий Медведев банктарҙың ауыл ерендәге өйҙәрҙе төҙөкләндереү кимәлен күтәреүгә йүнәлтелгән ҡулланыу кредиттары буйынса алып бөтмәгән килемен ҡаплау ҡағиҙәләрен раҫлаған. Ил Хөкүмәте кредит проценты ставкаһы 5 проценттан артмаһын өсөн субсидиялар бүләсәк. Шулай итеп, 1 ғинуарҙан ауылдарҙа йәшәгән граждандар вәкәләтле банктарға йортҡа электр уты, газ, һыу, канализация йәки йылылыҡ үткәреү, подряд килешеүе буйынса торлаҡты ремонтлау өсөн кредит һорап мөрәжәғәт итә аласаҡ. Илдең күп кенә төбәктәре өсөн кредит күләме – 250 мең һум, ә Ленинград өлкәһендә һәм Алыҫ Көнсығыш төбәктәрендә был сумма был сумма 300 мең һумға тиклем тәшкил итәсәк.