Әлшәй хәбәрҙәре
+9 °С
Ясно
Новости
29 Ноября 2019, 12:55

Шыршы төрлө телдәрҙә Яңы йыл менән ҡотлаясаҡ

Быйылғы Яңы йылдың үҙенсәлекле яңылыҡтары ла бар.

Добавить в предпочтительные источники Google
Быйылғы Яңы йылдың үҙенсәлекле яңылыҡтары ла бар.
Мәҫәлән, боҙ ҡаласыҡтарына ингән урындарға итальян компанияһы эшләгән иллюминация паннолары ҡуйыласаҡ. Ә Салауат Юлаев майҙанында республиканың иң бейек шыршыһы – 32 метрлыҡ яһалма ҡупшыҡай урын аласаҡ. Ул йәйғор төҫтәрендә балҡып янасаҡ һәм ҡала халҡын бер нисә телдә Яңы йыл менән ҡотлаясаҡ.
Байрам осоронда баш ҡалала ҡыҙыҡлы саралар – бушлай концерттар, шыршы майҙансыҡтарында уйындар үтәсәк. 3 ғинуарҙа Совет майҙанынан Ҡунаҡһарайға тиклем – Ҡарһылыуҙар парады, 4 ғинуарҙа Ҡашҡаҙан паркында ат егелгән саналар парады уҙасаҡ. Уларҙа республика төбәктәрендә йәшәүселәр ҡатнаша ала.
"Башҡортостан" гәзитенән.
Читайте нас