Әлшәй хәбәрҙәре
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Ноябрь 2019, 18:55

Ғаилә фермалары өсөн грант шарттары үҙгәрҙе

2020 йылдан улар үҫемлекселек проекттарына грант алыу һәм ике йыл дауамында (элекке кеүек грантты алған йылда түгел) эш урындары булдырыу хоҡуғына эйә.Шулай уҡ ғаилә фермалары грант аҡсаһын льготалы инвестиция кредитының бер өлөшөн түләү өсөн файҙалана ала. Ошо механизмды индереү өсөн Ауыл хужалығы министрлығы банктар һәм тармаҡ ойошмалары менән бергә фермер хужалыҡтарын һәм кооперативтарын үҫтереүҙең типовой проекттарын әҙерләй, тип хәбәр иттеләр республика ведомствоһынан.Ғаилә малсылыҡ фермаларына дәүләт ярҙамы өсөн федераль бюджет 2019 йылда 4,58 миллиард һум бүлде — 2018 йылға ҡарағанда 2% күберәк.Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, быйыл грант конкурсында 26 ғаилә малсылыҡ фермаһы еңеү яуланы. Дәүләт ярҙамының дөйөм суммаһы 219 миллион һум тәшкил итте.2019 йылда республикаға бүленгән гранттар күләме: яңы эш башлаған фермерҙарға — 56 миллион һум, ғаилә малсылыҡ фермаларына – 250,4 миллион, ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативтарына – 100 миллион һум.Былтыр фермерҙарға һәм кооперацияға грант ярҙамы программаларын ғәмәлгә ашырыу өсөн 750 миллион һум (федераль бюджеттан — 400 миллион һум самаһы, Башҡортостан ҡаҙнаһынан — 350 миллион һум) бүленде. Фермерҙар үҙҙәре һалған аҡсаның күләме — 260 миллион һумдан ашыу. Гранттар 220 фермерҙың һәм кооперативтың техник базаһын яҡшыртырға мөмкинлек бирҙе. 118 яңы ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативы һәм 800-гә яҡын яңы эш урыны булдырылды. http://www.bashinform.ru/bash/1383890фото/яндекс

2020 йылдан улар үҫемлекселек проекттарына грант алыу һәм ике йыл дауамында (элекке кеүек грантты алған йылда түгел) эш урындары булдырыу хоҡуғына эйә.
Шулай уҡ ғаилә фермалары грант аҡсаһын льготалы инвестиция кредитының бер өлөшөн түләү өсөн файҙалана ала. Ошо механизмды индереү өсөн Ауыл хужалығы министрлығы банктар һәм тармаҡ ойошмалары менән бергә фермер хужалыҡтарын һәм кооперативтарын үҫтереүҙең типовой проекттарын әҙерләй, тип хәбәр иттеләр республика ведомствоһынан.
Ғаилә малсылыҡ фермаларына дәүләт ярҙамы өсөн федераль бюджет 2019 йылда 4,58 миллиард һум бүлде — 2018 йылға ҡарағанда 2% күберәк.
Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, быйыл грант конкурсында 26 ғаилә малсылыҡ фермаһы еңеү яуланы. Дәүләт ярҙамының дөйөм суммаһы 219 миллион һум тәшкил итте.
2019 йылда республикаға бүленгән гранттар күләме: яңы эш башлаған фермерҙарға — 56 миллион һум, ғаилә малсылыҡ фермаларына – 250,4 миллион, ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативтарына – 100 миллион һум.
Былтыр фермерҙарға һәм кооперацияға грант ярҙамы программаларын ғәмәлгә ашырыу өсөн 750 миллион һум (федераль бюджеттан — 400 миллион һум самаһы, Башҡортостан ҡаҙнаһынан — 350 миллион һум) бүленде. Фермерҙар үҙҙәре һалған аҡсаның күләме — 260 миллион һумдан ашыу. Гранттар 220 фермерҙың һәм кооперативтың техник базаһын яҡшыртырға мөмкинлек бирҙе. 118 яңы ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативы һәм 800-гә яҡын яңы эш урыны булдырылды.
фото/яндекс
Читайте нас: