Йыл һайын бында Рәсәйҙең йәшәү сифаты юғары булған ҡалалары рейтингы төҙөлә.
2019 йылда рейтингта беренсе урында — Татарстандың баш ҡалаһы Ҡазан. Икенсе урында – Грозный, өсөнсөлә – Төмән. Артабан Краснодар, Мәскәү, Санкт-Петербург, Иркутск, Севастополь килә. Өфө һәм Кемерово исемлектә һуңғы урындарҙа тора.
Анализ үткәреү өсөн халыҡтан ҡала тормошоноң төрлө яҡтары тураһында фекере менән ҡыҙыҡһынғандар. Улар юлдарҙы хеҙмәтләндереү һәм йүнәтеү, йәмәғәт транспорты һәм юл полицияһы менән шөғөлләндәрҙең эше хаҡында һөйләгән. Шулай уҡ мәғарифтың һәм мәҙәни инфраструктураның үҫешенә, торлаҡ фондының торошона һәм ҡаланы төҙөкләндереүгә ҡағылышлы фекерҙәр ҙә иҫәпкә алынған. Урындағы властарҙың эше, медицина хеҙмәтләндереүенең сифаты һәм ҡалалағы хәлгә дөйөм баһа ла иғтибарҙан ситтә ҡалмаған.