Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Ноябрь 2019, 16:55

Дауалау ғүмерҙе оҙайта

1 декабрҙә СПИДҡа ҡаршы бөтә донъя көрәш көнө 31-се тапҡыр үтәсәк.

Әлеге ваҡытта енси юл менән инфекция йоҡтороу тәүге урында тора, ВИЧ йоҡтороу осраҡтарының 72 проценты уға тура килә. Дөйөм алғанда, ил буйынса инфекцияның өлкән йәштәгеләргә күсеү тенденцияһы күҙәтелә. Быйыл ВИЧтың яңы осраҡтары 31 йәштән 40 йәшкә тиклемгеләрҙә теркәлгән. Башҡортостанда уҙған йыл менән сағыштырғанда ауырыуҙар һанының 4,5 процентҡа кәмеүе күҙәтелә.

Беҙҙең районда ВИЧ инфекциялы 190 кеше теркәлгән. Быйыл 20 яңы осраҡ асыҡланған. Инфекция йоҡторған ауырыуҙарҙың 65 проценты антиретровируслы терапия үтә, ул ғүмерлеккә билдәләнә. Был препараттарҙы даими ҡабул итеү уларҙың ғүмерен оҙайта.

ВИЧ инфекцияға тикшереүҙе йәшәгән урын буйынса поликлиникала үтергә мөмкин.

Наилә АБДРАХМАНОВА,

Раевка үҙәк район дауаханаһы инфекционисы.

Читайте нас: