Әлшәй хәбәрҙәре
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Ноябрь 2019, 13:09

«Шыршы –2019» операцияһы



Республикала бөгөндән "Шыршы-2019" операцияһы башланды: законһыҙ ҡырҡыу тураһында ҡайҙа хәбәр итергә? Башҡортостанда йәшәүселәр ылыҫлы ағастарҙы рөхсәтһеҙ ҡырҡыу тураһында хәбәр итә ала. Урмандарҙа законһыҙ эшмәкәрлек алып барыу хаҡында мәғлүмәтте 8 (347) 218-14-14 телефоны буйынса Урман хужалығы министрлығының диспетчер хеҙмәтенә ебәрергә мөмкин. Яңы йыл байрамдары алдынан Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығы һәм ведомство ҡарамағындағы учреждениелар ылыҫлы ағастарҙы ҡырҡыуға контролде көсәйтә. Урман хужалығы министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, ғәмәлдәге ҡануниәткә ярашлы, урман фондына килтерелгән зыян өсөн административ һәм һәм енәйәт яуаплылығы ҡаралған.Штрафтан тыш, браконьер урман фондына килтергән зыянды ҡапларға тейеш. Әгәр зыяндың суммаһы биш мең һум һәм унан күберәк икән, «Урман үҫентеләрен законһыҙ ҡырҡыу» статьяһы буйынса уның енәйәт яуаплылығына тарттырылыуы ихтимал. Ошо статья буйынса максималь яза – алты йылға тиклем иректән мәхрүм итеү.

Әгәр законһыҙ ҡырҡҡан саҡта механизмдар, автомототранспорт, үҙйөрөшлө машина һәм башҡа техника файҙаланылһа, административ штрафтың күләме арта, ә файҙаланылған эш ҡоралдары һәм киҫелгән ағастар конфискациялана.

фото/яндекс


Читайте нас: