Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Ноябрь 2019, 16:58

Шайморатов ордены булдырыла

Башҡортостан депутаттары яңы ордендар һәм исемдәр буйынса закон проекттары ҡарарға йыйына. Беҙҙә тиҙҙән Миңлеғәли Шайморатов һәм Григорий Аксаков исемендәге ордендар барлыҡҡа киләсәк.
Шайморатов орденын үҙ ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, йәмғиәттә тәртип һаҡлау, кешеләрҙе ҡотҡарыу, хәрби, гражданлыҡ, хеҙмәттәге бурысын үтәү өлкәһендә ҡаһарманлыҡ күрһәтеүселәргә биреү күҙаллана.
Өфөнөң тәүге губернаторы Григорий Аксаков ордены дәүләт, ижтимағи, хәйриә эшмәкәрлеге менән маҡтау ҡаҙанған шәхестәргә тапшырыласаҡ.
фото/яндекс

Читайте нас: