Башҡортостанда киске сәғәт 8-ҙән иртәнге 10-ға тиклем алкоголь һатыуҙы сикләү тәҡдиме индерелде. Бынан тыш, «Айыҡ Башҡортостан» проектының йәмәғәт советы ағзалары уҡыу йорттарына 150 метр яҡынлыҡта иҫерткес эсемлектәр һатыуҙы тыйыуҙы ғәмәлгә индереүҙе планлаштыра.Рәсәй Федерацияһының Генераль прокуратураһы статистикаһы буйынса, Башҡортостан дүртенсе йыл рәттән «иҫерек хәлдә ҡылынған енәйәттәр» һаны буйынса илдә беренсе урынды биләй, ә ағымдағы йылда Өфөлә генә алкоголь һатыу буйынса махсуслашҡан магазиндар — 39 процентҡа (254 нөктә), һыраханалар 17 процентҡа (418 нөктә) артҡан.«Күп кенә төньяҡ илдәрендә ял көндәренең береһендә, йышыраҡ йәкшәмбе, шулай уҡ шәмбе көндөң икенсе яртыһында иҫерткес эсемлектәр һатылмай. Рәсәйҙә бындай тыйыу юҡ, шуға ял көндәрендә бәхетһеҙ осраҡтарҙан һәм ҡан әйләнеше системаһы ауырыуҙарынан үлеүҙең 8−11 процентҡа артыуы күҙәтелә», — тип белдерҙе йәмәғәтселәр. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығынан хәбәр итеүҙәренсә, республика Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа Яңы йыл байрамдарында алкоголь һатыуҙы сикләү хупланды.