Өфөлә В.И.Ленин исемендәге майҙанда 21 ноябрҙә төндә баш ҡаланың төп шыршы ҡуйылған. Ҡаланы йәшелләндереү хужалығы хеҙмәткәрҙәре урман ҡупшыҡайын Благовещен районынан килтергән. Ғәҙәттәгесә, Яңы йыл шыршыһын ҡалаға ингән ерҙә 14 Ҡыш бабайҙан һәм Ҡарһылыуҙан – Өфөнөң ете районы вәкилдәренән торған делегация ҡаршы алған. Улар шыршының матурлығын, бейеклеген баһалаған һәм Башҡортостандың баш ҡалаһына инергә «рөхсәт» биргән. Юл-патруль хеҙмәте автомобилдәре оҙатыуында ул ҡала урамдары буйлап Өфө хакимиәте алдына килтерелгән, бында уның хөрмәтенә йырлы-моңло, әйлән-бәйләнле тамаша ойошторолған.