Әлшәй хәбәрҙәре
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Ноябрь 2019, 17:52

Оятҡа ҡалмағыҙ...

Республика Башлығы Радий Хәбиров чиновниктарға Яңы йылға балаларға яҡшы бүләктәр әҙерләргә ҡушты. - Былтыр бүләктәрҙе тикшерҙек, унда бер-ике кәнфит һалғандар... Оятҡа ҡалмағыҙ, зинһар өсөн, – тине ул муниципалитет башлыҡтарына мөрәжәт итеп. Республика Башлығы әйтеүенсә, быйыл “Аксаков шыршыһы”на ауыр тормош хәлендә ҡалған, хәрби хәрәкәттәр ветерандарының ғаиләләренән 500 бала саҡырыласаҡ. - Был минең шәхсән проектым тиергә лә була. Һәр бер хакимиәт башлығы ошо мәсьәлә менән шөғөлләнергә, шыршы байрамына килергә һәм ата-әсәләр менән аралашып, уларҙы нимә борсоғанын аңларға тейеш, – ти Радий Фәрит улы.


фото/яндекс
Читайте нас: