Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Ноябрь 2019, 11:23

Тырышлыҡ күрһәт кенә!

Өфөлә Башҡорт дәүләт университетында “Мин – профессионал” олимпиадаһы проекты етәксеһе, Юғары иҡтисад мәктәбе проректоры Валерия Касамара юғары уҡыу йорттары студенттарына лекция уҡыны.

Был проекттың маҡсаты – төрлө йүнәлештә белем алған һәләтле студенттарға илдең алдынғы уҡыу йорттарында уҡыуын дауам итергә һәм ҙур компанияла эш башларға булышлыҡ итеү, йәғни йәштәргә карьера төҙөргә ярҙамлашыу. Проекттың ойоштороусылары – илдең 26 юғары уҡыу йорто һәм ҙур компаниялары, шул иҫәптән “Росатом”, Һаҡлыҡ банкы, ВТБ-банк, Яндекс һәм башҡалар.

Өсөнсө тапҡыр уҙғарылған был олимпиадала кемдәр ҡатнаша аламы? Теләге булған бөтә юғары уҡыу йорттары студенттары ла. Тәүҙә 18 ноябргәсә yandex.ru/profi сайтында теркәлеү үтергә, 68-ҙән бер йәки бер нисә йүнәлеш һайларға кәрәк. Ә 22 ноябрҙән 8 декабргәсә онлайн һайлап алыу этабында ҡатнашыу мотлаҡ. 2020 йылдың ғинуар-мартында иһә шәхсән рәүештә һуңғы этап һынауҙарын үтергә тура киләсәк.

Киләһе йылдың ғинуар-февралендә ҡатнашыусылар Рәсәйҙең бер нисә ҡалаһындағы 18 ҡышҡы мәктәптә ойоштороласаҡ белем биреү форумдарына бара ала. Бының өсөн өҫтәмә һайлау буласаҡ. Унда төрлө тренингтарҙа, бәхәс майҙансыҡтарында үҙеңде күрһәтеү мөмкинлеге тыуасаҡ. Абруйлы эксперттар, эшҡыуарҙар, топ-менеджерҙар лекциялар уҡыясаҡ, оҫталыҡ дәрестәре бирәсәк. Буласаҡ һөнәреңдең нескәлектәре тураһында төплө яуаптар алырға була. Ҡышҡы мәктәпкә ғаризаны 8 декабргәсә бирергә мөмкин.

Бөтә һынауҙарҙы уңышлы үткән бәхетлеләр алтын, көмөш, бронза миҙалдар менән бүләкләнеп, илдең алдынғы уҡыу йорттарына – магистратура, аспирантура, ординатураға - ингәндә ташламаларға эйә буласаҡ, алтын миҙал хужалары 200 мең (бакалавриат өсөн) һәм 300 мең һум (магистратура өсөн) аҡсалата премия аласаҡ. Өҫтәүенә еңеүселәр “Мин – профессионал” милли базаһы исемлегенә инәсәк.

Олимпиадаға ҡыҙыҡһыныу артҡандан-арта. Элекке йыл унда 295 мең ғариза килһә, былтыр инде - 523 мең. Быйыл башҡортостандар ҙа был проектҡа дәррәү ҡушылыр, тип өмөтләнәбеҙ.

Әйткәндәй, былтырғы йомғаҡтарҙан күренеүенсә, республикабыҙ дипломанттар һаны буйынса иң яҡшы ун төбәк иҫәбенә индерелгән. Проектта ҡатнашыу бушлай.

фото/яндекс
Читайте нас: