Әлшәй хәбәрҙәре
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Ноябрь 2019, 14:06

Атайҙар капиталы. Ул кемдәргә түләнәсәк?

Өфөлә ғаиләлә өсөнсө бала тыуғанда атайҙар капиталын индереүгә бәйле йәмәғәт тыңлауҙары ойоштороласаҡ. Демография мәсьәләһенә ҡағылған мөһим фекер алышыу йыл аҙағына тиклем үтергә тейеш. Атайлыҡ капиталы бөтә балалары ла бер ғаиләлә йәшәгән һәм никахтары рәсми рәүештә теркәлгән парҙарға тәғәйенләнергә тейеш.

Ошо хаҡтағы тәүге фекер алышыуҙар быйыл июль айында үтте. Эксперттар тәҡдимдәре менән ҡарар проекты башҡарма власть органдарына ебәрелде. “Әгәр ҙә атайлыҡ капиталын индереүҙе федераль кимәлдә хәл итә алмаһаҡ, был сараны төбәктәр кимәлендә тормошҡа ашырасаҡбыҙ,” - тип билдәләй Йәмәғәтселек палатаһы вәкилдәре.


фото/яндекс
Читайте нас: