Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Ноябрь 2019, 11:15

Декрет аҡсаһының максималь күләме арта


2020 йылдың 1 ғинуарынан йөклөлөк һәм бала табыу буйынса пособиеның максималь күләме 322 мең һумға тиклем артасаҡ. 2019 йылда ул 301 мең һумдан ашыу тәшкил итте.

«140 көнлөк йөклөлөк һәм бала табыу буйынса пособиеның максималь күләме 2020 йылдың 1 ғинуарынан 322 190,40 һум була», — тип һөйләнеләр фондта.

Баланы йәш ярымға тиклем тәрбиәләгән өсөн айлыҡ пособиеның максималь күләме 26 мең һум урынына (2019 йылда) 28 мең һумға тиклем артасаҡ.

Пособиены иҫәпләү өсөн уҙған ике йылдың хеҙмәт хаҡы алына, ләкин сикке базанан юғары түгел. 2018 һәм 2019 йылда фондҡа страховка аҡсаһын иҫәпләү өсөн сикке базалар 815 мең һәм 865 мең һум тәшкил итә. Был йөклөлөк һәм бала табыу буйынса пособиеларҙың максималь күләмен, шулай уҡ баланы тәрбиәләгән өсөн айлыҡ пособиены арттырыу мөмкинлеге бирә.

Бынан тыш, киләһе йылдан бер көнлөк ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ буйынса пособиеның максималь күләме 2150,68 һумдан 2301,36 һумға тиклем күтәреләсәк.

фото/яндекс
Читайте нас: