Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Ноябрь 2019, 12:45

Туристик юлламаларға сертификат

13 ноябрҙән Башҡортостан пенсионерҙарына туристик юлламаларға түләү өсөн сертификаттар бирелә башлай


13 ноябрҙән Башҡортостан пенсионерҙарына туристик юлламаларға түләү өсөн сертификаттар бирелә башлай

13 ноябрҙә Башҡортостанда пенсионерҙарға һәм инвалидтарға туристик юлламалар хаҡының бер өлөшөн түләү өсөн сертификаттар тапшыра башлайҙар. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар һәм һуғыш инвалидтары юлламалар менән сираттан тыш тәьмин ителә.

Йыл аҙағына тиклем Башҡортостанда бөтәһе 1,5 мең самаһы кешене юлламалар менән тәьмин итеү күҙаллана. Республикала йәшәгән һәм пенсияһына социаль өҫтәмә алған пенсионерҙарҙың, инвалидтарҙың сертификат алыуға хоҡуғы бар.

Эксперт советы Башҡортостан һәм Рәсәй маршруттары буйлап пенсионерҙар һәм инвалидтар өсөн 131 тур һайлап алды. Быйылға социаль турҙар исемлеге менән Социаль туризм порталында танышырға мөмкин.Сертификаттар Башҡортостан Республикаһы Халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәге филиалдарында, шулай уҡ «Ғаилә» республика ресурс үҙәгендә һәм уның филиалдарында бирелә.

фото/яндекс
Читайте нас: