Өфө Рәсәйҙең иң аҡыллы ун ҡалаһы иҫәбенә индерелде. Tvil.ru аналитиктары уҙғарған һорау алыу мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостандың баш ҡалаһы,1,39% тауыш йыйып, 10-сы урынды алды.
Өфөлә бер нисә фәнде үҫтереү үҙәге бар: Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең математика, молекулалар һәм кристалдар физикаһы, механика, нефть химияһы һәм катализ, органик химия институттары һәм башҡалар; Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы учреждениелары: күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты, «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, торба үткәргес транспорты гидравликаһы үҙәге, «Биоплант» биотрансплантаттар һәм биопрепараттар ғилми-тикшеренеү һәм етештереү институты; «РН-УфаНИПИнефть», «Башгипронефтехим» шәхси компанияларының проект һәм тикшеренеү институттары һәм башҡалар.
Башҡортостандың баш ҡалаһы түбәндәге ҡалаларҙан ҡалышты: Санкт-Петербург (29,17% тауыш йыйған), Мәскәү (22,22%), Новосибирск (12,55%), Ҡазан, Екатеринбург (11,11%),Түбәнге Новгород (5,56%), Сочи, Севастополь (2,58%), Красноярск (1,39%).