Әлшәй хәбәрҙәре
-21 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Ноябрь 2019, 17:49

Бөгөн һин изгелек ҡылдыңмы?

Йыл һайын 13 ноябрҙә Бөтә донъя изгелек көнө билдәләнә. Ул башлыса Тымыҡ океан төбәгендә урынлашҡан илдәр һәм Англияла беренсе тапҡыр “Бөтә донъя изгелек өсөн хәрәкәт” тип исемләнгән симпозиум үткәрелгән ваҡытта, 1998 йылда, булдырыла.

Бөтә донъя изгелек көнө - ғәмәлдәр байрамы. Тикшеренеүҙәр яҡшылыҡ, изгелек эшләүселәрҙең үҙҙәрен бәхетле тойоуын, һирәгерәк сирләүен һәм оҙағыраҡ йәшәүен күрһәтә. Ә үҙ тойғоларын йәшермәйенсә рәхмәт белдереүселәр һәм мәрхәмәтлек күрһәтеүселәр депрессиянан аҙыраҡ яфа күрә, оптимист була, иртәгәһе көнгә ышаныс менән ҡарай һәм тормошон көйлө тип иҫәпләй.

фото/яндекс
Читайте нас в