Башҡортостан хөкүмәте вице-премьеры Андрей Назаров йылына ике тапҡыр билдәләнергә тейешле яңы байрам индереүгә аңлатма бирҙе.
«Был үҙ мәҙәниәтеңде баһаларға өҫтәмә мөмкинлек булыр тип иҫәпләйбеҙ», – тине ул Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә.
Милли кейем байрамы апрелдең өсөнсө йомаһында һәм сентябрҙең икенсе йомаһында билдәләнәсәк.