Әлшәй хәбәрҙәре
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Ноябрь 2019, 13:59

«Сәнәғәт» һөнәрҙәре йәрминкәһе

14 ноябрҙә Өфөлә сәнәғәт предприятиеларының һөнәрҙәр йәрминкәһе була.

14 ноябрҙә Өфөлә сәнәғәт предприятиеларының һөнәрҙәр йәрминкәһе була.

Өфө халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, тәҡдим ителгән һөнәрҙәр араһында инженер, водитель, йөк тейәүсе, контролер, участка мастеры, кран машинисы, оператор, һаҡсы, эшсе, мебель йыйыусы, слесарь, токарь, тракторсы һәм башҡалар бар.

Ғәҙәттәгесә йәрминкәгә килеүселәргә мәшғүллек өлкәһендәге дәүләт хеҙмәттәре күрһәтеү, шул иҫәптән компьютер диагностикаһы, һөнәри йүнәлеш, һөнәри белем биреү, мәшғүллектең хоҡуҡи мәсьәләләре буйынса консультациялар биреләсәк.

Уҙғарыу урыны һәм ваҡыты – Ибраһимов бульвары, 47/1, иртәнге сәғәт 10-дан 12-гә тиклем.

Бөтә хеҙмәттәр ҙә бушлай.


Фото/яндекс
Читайте нас: