Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Ноябрь 2019, 16:21

99 табипҡа 1 миллион һум

Быйыл «Ауыл табибы» федераль программаһы буйынса Башҡортостандың 99 табибына — 1 миллион һум, 10 фельдшерға 500 мең һум тапшырыла.

Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Ирина Кононова әйтеүенсә, түләүҙәр 15 ноябргә тиклем тамамлана. Тағы 72 фельдшерға «Ауыл табибы» республика программаһы буйынса 500 мең һум түләнә.
«Ауыл табибы» программаһына эләкмәгән 150 табип та 1 миллион һум алды. Коллегалары менән бергә бер миллион һум алған 8 табип та ошо исемлеккә индерелгән. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров тәҡдиме менән башланған программа буйынса 137 махсус белгескә лә бер миллион һум түләнгән.
Маҡсатлы йүнәлтмә буйынса уҡыған 1033 студентҡа 5 мең һум бирелә, ә 416 ординатор 8 мең һум ала.


фото/яндекс

Читайте нас: