Әлшәй хәбәрҙәре
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Ноябрь 2019, 17:24

"Еңеү" марафоны старт алды

Киләһе йыл илебеҙ Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын билдәләйәсәк.

Ошо айҡанлы бөгөн Өфөнөң Еңеү паркында республика кимәлендәге “Еңеү” марафоны старт алды.

Был марафон быйыл ноябрҙән алып киләһе йылдың майына тиклем “Еңеү салюты” халыҡ ижады республика фестивале сиктәрендә үтәсәк һәм уға Башҡортостандың бөтә ҡала һәм райондары йәлеп ителәсәк. Марафондың символикаһы: “Еңеү” штандарты һәм “Мәңгелек ут” капсулаһы.

Марафондың төп бурысы – йәштәрҙе данлы тарихыбыҙ өлгөһөндә патриотик рухта тәрбиәләү, Бөйөк Еңеү тураһында иҫтәлекте һаҡлап ҡалыу.

Фестивалдең беренсе зона концерты Борай районында үтәсәк. Шуға күрә бөгөн район хакимиәте вәкилдәренә тантаналы рәүештә “Еңеү” штандарты тапшырылды. Ә “Мәңгелек ут” капсулаһы һыбайлылар төркөмөнә бирелде.

“Еңеү” марафоны положениеһына ярашлы, марафон символдарын тапшырыу тантанаһы 10 муниципаль районда үтәсәк. Уларҙа “Еңеү Салюты” халыҡ ижады фестивале смотрҙары ойоштороласаҡ.

фото/яндекс
Читайте нас: