Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Ноябрь 2019, 13:45

Документтар 11 ноябрҙән ҡабул ителәсәк . Ашығығыҙ!

11 ноябрҙән халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәктәре һәм МФЦ бүлектәре йорттарына газ үткәргәндә сертификат алырға хоҡуғы булған кешеләрҙән документтар ҡабул итә башлаясаҡ.

“Айырым категория граждандарға торлаҡ йорттарға газ үткәргәндә дәүләт ярҙамы күрһәтеү хаҡында”ғы указға республика етәксеһе август башында ҡул ҡуйғайны. Был ярҙамға хоҡуҡлы льготалы граждандар категориялары барлығы бишәү:

- Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар;

- Бөйөк Ватан һуғышы һәм хәрби хәрәкәттәр инвалидтары;

- инвалидтар;

- инвалид балалар тәрбиәләүсе һәм күп балалы ғаиләләр.

“Торлаҡ биналарға газ кертеү өсөн компенсация алыуға Башҡортостан территорияһында даими пропискала булған граждандар ғына хоҡуҡлы. Улар газ кертәһе торлаҡ йорттарҙың хужаһы йәиһә шәхси йорттарҙың милек хоҡуғында өлөшкә эйә булырға тейеш”, - тип аңлатты БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат секретары Роза Кузьменко.

Сертификаттың номиналы – 60 мең һум.

Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар, Бөйөк Ватан һуғышы һәм хәрби хәрәкәттәр инвалидтары өсөн сертификат номиналы - 100 мең һум. Шундай уҡ номиналлы сертификатты (100 мең һумлыҡ) йән башына булған килемдәре йәшәү минимумынан түбән булған ғаиләләр ҙә ала ала.

Республикала шәхси йорттарға газ үткәргәндә сертификаттар биреү 4 йыл ғәмәлдә буласаҡ.

фото/Яндекс
Читайте нас: