Әлшәй хәбәрҙәре
-29 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Ноябрь 2019, 14:10

Яңы проект

11-13 ноябрҙә Өфөлә балалар һәм йәштәр театрҙарының I республика фестивале үтә.

11-13 ноябрҙә Өфөлә балалар һәм йәштәр театрҙарының I республика фестивале үтә. Был эш “Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла.

Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры тарафынан ойошторолған яңы проект төбәгебеҙҙәге балалар һәм йәштәр театрҙарын, һәүәҫкәр театраль сәнғәтте үҫтереүгә йүнәлтелгән.

Фестивалде асыу тантанаһы 11 ноябрҙә М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында була. Ике көн дауамында конкурс өсөн әҙерләнгән тамашалар ҡараласаҡ. Фестивалдә Ағиҙел, Белорет, Бөрө, Благовещен, Нефтекама, Салауат, Өфө ҡалалары, Дүртөйлө, Мишкә, Стәрлетамаҡ, Стәрлебаш, Яңауыл райондарының балалар һәм йәштәр театр коллективтары ҡатнашасаҡ.


фото/бесплатный фотобанк
Читайте нас в