Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бөгөн республика хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә хөкүмәттең яңы составын иғлан итте.
Уның һүҙҙәренсә, Башҡортостан башлығы республика хөкүмәтен үҙе етәкләй. Радий Хәбировтың ике яңы беренсе урынбаҫары була. Улар – Андрей Назаров һәм Илшат Тажетдинов. Андрей Назаровтың төп бурысы – республиканың 2024 йылға тиклемге социаль-иҡтисади үҫешенең стратегик йүнәлештәре тураһында указда билдәләнгән хөкүмәттең милли проекттар күрһәткестәренә өлгәшеү һәм маҡсатлы күрһәткестәрҙе үтәүҙе тәьмин итеү буйынса эшен координациялау. Илшат Тажетдинов республика хөкүмәте аппаратын етәкләргә, уның эшмәкәрлеген тәьмин итеү мәсьәләләрен алып барырға һәм власть органдарының хөкүмәт ҡарарҙарын үтәүен контролдә тоторға, республика проект офисын координацияларға тейеш.
Хөкүмәттә 7 вице-премьер була. Рәйеф Әбдрәхимов, Илшат Фәзрахманов, Ленара Иванова, Борис Беляев үҙ вазифаларында ҡалды. Фәнүр Йәғәфәров, Ирек Сәғитов һәм Рөстәм Моратов хөкүмәт премьер-министрының яңы урынбаҫарҙары итеп тәғәйенләнде.