“Йәшел Башҡортостан” экологик проекты сиктәрендә 5 ноябрҙән 8 ноябргә тиклем республикала “Экологик белем биреү аҙналығы” уҙасаҡ.
Уҡыусыларҙың экологик белемен һәм мәҙәнилеген күтәреү маҡсатында бөтә мәғариф учреждениеларында экодәрестәр үткәреләсәк, улар ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеү һәм сүп-сарҙы айырым йыйыу өлкәһендәге үҙгәрештәргә арнала.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл яҙ экологик грамоталылыҡ аҙнаһында 60 мең уҡыусы һәм студент ҡатнашты, 1700-ҙән ашыу экодәрес уҙғарылды.