Әлшәй хәбәрҙәре
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Октябрь 2019, 12:05

“Иғтибар – балалар!”

21 октябрҙән 8 ноябргә тиклем районда шундай исем аҫтында иҫкәртеү акцияһы үткәрелә.

21 октябрҙән 8 ноябргәтиклем районда иҫкәртеү акцияһы үткәрелә.

Йәй буйына автомобилдәр хәрәкәте күп булған урамдарҙа бик йөрөмәгән балалар йышыраҡ көҙҙөң тәүге көндәрендә юл-транспорт ваҡиғаларының сәбәбе һәм ҡорбаны була. Юлдарҙа үҫмерҙәрҙе бәлә-ҡазанан һаҡлап ҡалыу өсөн ошо көндәрҙә махсус иҫкәртеү акцияһы иғлан ителде.

Хөрмәтле ата-әсәләр! Балаларығыҙға автомобилдәр күп йөрөгән урындарҙа иғтибарлы булыуҙы, юл аша йәйәүлеләр өсөн тәғәйенләнгән урындарҙан ғына сығыуҙы талап итегеҙ, ҡағиҙәләрҙе хәтерҙәренә төшөрөгөҙ, юлда һәм юл ситендә уйнамауҙарын һорағыҙ.

Шоферҙарға ла бик иғтибарлы булырға кәрәк, кескәй пассажирҙарҙы мотлаҡ балалар креслоһында йөрөтөү йәки хәүефһеҙлек ҡайыштарын ҡулланыу зарур.

Светлана КРЕХОВА,
Рәсәй Эске эштәр министрлығы ЮХХДИ бүлегенең Әлшәй районы буйынса юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген пропагандалау буйынса инспекторы.
фото/яндекс

Читайте нас: