Әлшәй хәбәрҙәре
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Октябрь 2019, 11:34

Ауыл ҡатын-ҡыҙҙарына эш аҙнаһы ҡыҫҡартыла

Ауыл ерендә йәшәгән ҡатын-ҡыҙҙарға 36 сәғәтлек эш аҙнаһын индереүҙе хупланылар.

Ауыл ерендә йәшәгән ҡатын-ҡыҙҙарға 36 сәғәтлек эш аҙнаһын индереүҙе хупланылар. Дәүләт Думаһы Рәсәй Федерацияһының Хеҙмәт кодексына төҙәтмәләрҙе икенсе уҡыуҙа ҡабул итте.

Унда хеҙмәт хаҡы 40 сәғәтлек эш аҙнаһына ҡарағанда кәм булмаясаҡ тип билдәләнә. Шулай уҡ закон проекты сменалы эш графигы булған урындарҙа ҡатын-ҡыҙҙарға арттырылған хеҙмәт хаҡы түләүҙе гарантиялай. Тикшергәндән һуң проектҡа тағы ла бер өҫтәмә индерелде – закон үҙ көсөнә ингәс, эш хаҡын арттырыу күләме кәмергә тейеш түгел.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, әле ауыл ҡатын-ҡыҙҙарының ҡыҫҡартылған эш көнөнә хоҡуғы федераль закон менән нығытылмаған.


Фото: pixabay.com

Читайте нас: