Өфөлә Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратының VIII съезы уҙҙы. Унда Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты эшмәкәрлеге, уны артабан үҫтереү һәм Диниә назараты рәйесен һайлау мәсьәләләре ҡаралды. Күпселек тауыш менән мөфтөй вазифаһына элек Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе вазифаһын башҡарған Айнур Бирғәлин һайланды. Сарала республиканың бөтә райондарынан һәм ҡалаларынан йыйылған 152 делегат менән бер рәттән Әлшәйҙән Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты үҙәк республика берекмәһе имам-мөхтәсибе Мансур хәҙрәт Сәһәрйәров, Мәндән ауылының “Нур” мәсете имам-хатибы Фәрит хәҙрәт Сафин һәм Ҡармыш ауылынан Мораҙым хәҙрәт ҡатнашты.