Республикала ғаиләнең күп балалы икәнлеген дәлилләүсе таныҡлыҡ бирелә башланы. Ул ташламаларҙан файҙаланыу өсөн кәрәк. Мәҫәлән, бындай таныҡлыҡты сауҙа үҙәгендә ҡулланырға мөмкин. Быға тиклем ошо хоҡуҡтан файҙаланыу өсөн һәр баланың тыуыу тураһындағы таныҡлығын алып йөрөргә кәрәк ине.
Республикала 46 меңдән ашыу күп балалы ғаилә иҫәпләнә.
Әлегә уларҙың 600-ө генә ошондай документты юллаған. Был таныҡлыҡ тотош ил эсендә юридик көскә эйә. Күп балалы ғаиләләр уны алыу өсөн халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү йәки күп функциялы үҙәктәргә мөрәжәғәт итә ала.