Әлшәй хәбәрҙәре
-21 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Октябрь 2019, 11:19

СНИЛС-тың электрон вариантын алырға мөмкин

1 октябрҙән илдә ғәҙәти СНИЛС урынына уның электрон вариантын бирә башлайҙар.

1 октябрҙән илдә ғәҙәти СНИЛС урынына уның электрон вариантын бирә башлайҙар.

Документтың яңы форматы «Шәхси иҫәп системаһында теркәү тураһында белдереү ҡағыҙы» тип атала. Ул ғәҙәти СНИЛС-ты алмаштыра. Яңы электрон белдереү ҡағыҙы системала беренсе тапҡыр теркәлгәндәргә, шулай уҡ документын юғалтҡан йәки фамилияһын алмаштырғандарға бирелә. Әлеге ваҡытта карточканы теләк буйынса алмаштырырға мөмкин, элекке СНИЛС үҙ көсөндә ҡала.

Электрон вариантты Пенсия фонды сайтында йәки дәүләт хеҙмәттәре порталында алырға мөмкин. Ҡағыҙ өлгөнө алыу өсөн дә Рәсәй Пенсия фондының территориаль бүлексәһенә йәки күп функциялы үҙәк офисына мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Фото/Яндекс
Читайте нас в