«Семинар барышында муниципалитет башлыҡтары менән кәңәшләшкәндән һуң йылды ниндәйҙер абстракциялар менән атамаҫҡа, ә уны халыҡтың мәнфәғәттәренә яуап биргән аныҡ, аңлайышлы эштәргә арнарға тигән фекергә килдек. Граждандарҙы борсоған мөрәжәғәттәрҙе тикшерҙек. Тирә-яҡ — төҙөкләндереү, ҡалаларҙа, ауылдарҙа уңайлы мөхит булдырыу бик мөһим. Шуға күрә «Торлаҡ пункттар эстетикаһы йылы: газондар, тротуарҙар, яҡтыртыу, ҡоймалар» тип атарға тигән тәҡдим бар. Тышҡы күренеш ҙур әһәмиәткә эйә, был тәртип булған ерҙә йәшәүебеҙгә ышаныс тыуҙыра», — тине республика Башлығы.