Үткән кесаҙнала һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын яңыртыуға арналған кәңәшмәлә сығыш яһап, дәүләт башлығы оклад өлөшөн арттырғанда медиктарға өҫтәмә түләүҙәрҙе кәметеүгә бәйле фокустарға юл ҡуймаҫҡа саҡырҙы. «Оклад өлөшөн арттырғанда компенсация һәм башҡа түләүҙәрҙең кәметелмәүе, ошо фокустың булмауы мөһим», — тип президенттың
һүҙҙәрен килтерә «РИА Новости».