Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Октябрь 2019, 16:58

600 мең һум алған ғаиләләр исемлеге киңәйтелә

Башҡортостанда 600 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата түләү алырға хоҡуҡлы күп балалы ғаиләләр исемлеге киңәйтелә. Дәүләт Йыйылышы депутаттары киләһе пленар ултырышта «Башҡортостанда күп балалы ғаиләләргә дәүләт ярҙамы тураһында»ғы республика законына төҙәтмәләр ҡабул итә.

"Башинформ" мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, Башҡортостанда 600 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата түләү алырға хоҡуҡлы күп балалы ғаиләләр исемлеге киңәйтелә.

Дәүләт Йыйылышы депутаттары киләһе пленар ултырышта «Башҡортостанда күп балалы ғаиләләргә дәүләт ярҙамы тураһында»ғы республика законына төҙәтмәләр ҡабул итә.

«Әлеге ваҡытта һигеҙ һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән ғаиләләрҙең ошондай дәүләт ярҙамына хоҡуғы бар. Йәштәр, ҡағиҙә булараҡ, мәктәпте тамамлағандан һуң юғары уҡыу йорттарында, колледждарҙа уҡый һәм ата-әсәһе ҡарамағында ҡала. Күптәре тап 23 йәшкә һөнәр үҙләштереп, үҙҙәрен тәьмин итә башлай. Шуға күрә ишле, шул иҫәптән 18-ҙән 23 йәшкәсә «балалар» тәрбиәләгән ғаиләләр ҙә социаль ярҙамға мохтаж», — тип белдерҙе республика парламенты спикеры Константин Толкачев.

фото/яндекс
Читайте нас: