Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Октябрь 2019, 13:39

Әлшәй аграрсылары иген культуралары урағын тамамланы

Ауыр һауа шарттарына ҡарамаҫтан, район игенселәре үҫтерелгән уңышты йыйып алырға өлгөрҙө.

Ауыл хужалығы бүлегенең агрономия хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, 44881 гектарҙан – был иген һәм ҡуҙаҡлы культураларҙың дөйөм майҙаны – 88324 тонна уңыш һуҡтырылған. Уртаса гектарынан 19,7 центнер ашлыҡ алынған. Иген культураларының төп өлөшөн традицион культуралар – бойҙай, арпа, һоло, кукуруз, борсаҡ, ҡарабойҙай тәшкил итә. Әлшәй игенселәре шулай уҡ кәрешкә, яҫмыҡ борсағы, етен, рапс, сорго эшкәртеүҙе дауам итә.

Игенселәр иген культуралары һәм ҡуҙаҡлылар урағын тамамланы. Йыйып алынған уңыш – бураларҙа, яҙғы сәсеүгә лә етерлек күләмдә– 7728 тонна орлоҡ һалынған. Шулай ҙа баҫыуҙа эш күп әле. Аграрсылар көнбағыш, шәкәр сөгөлдөрө урағын дауам итә. Майлы культура 5500 гектарҙа– был бөтә майҙандың 39 проценты, ә татлы культура 2410 гектарҙа (43 процент) йыйылған. Гектарынан 13 центнер уңышлылыҡ менән 7150 тонна майлы культуралар һуҡтырылған, 69439 тонна татлы тамыр ҡаҙылған. Шәкәр сөгөлдөрөнөң уңышы ҡыуандыра – сөгөлдөрсөләр гектарынан уртаса 288 центнер тамыраҙыҡ ҡаҙып ала. Һауа торошоноң яҡшы тороуы ла ураҡ барышының йылдам барыуына булышлыҡ итә.

Фото: pixabay.com

Читайте нас: