Әлшәй хәбәрҙәре
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Октябрь 2019, 12:16

Яңы йылға кәнфит бирмәгеҙ!

Яңы йыл байрамына өс ай тирәһе ваҡыт булһа ла, табиптар әле үк балаларҙың һаулығын ҡайғыртыу сараларын күрә.

Нефролог, диетолог, һаулыҡ мәктәбен ойоштороусы Регина Доктор менән нейропсихолог Валентина Паевская татлы ризыҡтарһыҙ тип аталған флешмоб ойошторған. Бының менән улар ата-әсәләргә Яңы йыл байрамына татлы бүләктәр бирмәҫкә кәңәш итә.


“Бик күп шәрбәт ныҡлап үҫешеп тә бөтмәгән ашҡаҙан аҫты биҙенә насар йоғонто яһай. Яңы йыл каникулынан һуң балаларҙа шәкәр диабеты, башҡа сирҙәр асыҡланыуы ихтимал. Һимереү, яҙға тиклем киҫкен вируслы инфекциялар менән сирләү – былар барыһы ла күпләп кәнфит ашауҙан”, – тип саң ҡаға табиптар. Флешмобты илдең күп ҡалаларында, шул иҫәптән Өфөлә лә халыҡ хуплап ҡаршы алған.
Фото: pixabay.com


Читайте нас: