Әлшәй хәбәрҙәре
-16 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Октябрь 2019, 11:22

5 һәм 6 октябрҙә Өфөлә ауыл хужалығы йәрминкәләре

5 һәм 6 октябрҙә Өфөлә сираттағы ауыл хужалығы йәрминкәләре үткәрелә.

Баш ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, республика етештереүселәренең сифатлы продукцияһын түбәндәге майҙансыҡтарҙа һатып алырға мөмкин:
5 октябрҙә:
— Хәҡиҡәт урамы буйындағы автомобиль юлы участкаһында — Таллин урамынан алып Ухтомский урамына тиклем;
— Интернациональ һәм Машина эшләүселәр урамдары киҫешкән урында;
— Мушников урамы һәм Баландин бульвары сатында;
— Эшсе хәбәрселәр урамындағы 3-сө, 5-се, 7-се йорттар ҡаршыһында;
— Әхмәтов урамындағы «Тулҡын» скверы алдында;
— Солтанов урамындағы 2-се йорт янындағы трамвай ҡулсаһы биләмәһендә;
— Спорт һарайы алдында;
— С. Орджоникидзе исемендәге майҙанда;
— Йәштәр һарайы алдында.
6 октябрҙә:
— Өфө моторҙар эшләү берекмәһе мәҙәниәт һарайы алдындағы майҙанда;
— Интернациональ һәм Машина эшләүселәр урамдары киҫешкән урында;
— Эшсе хәбәрселәр урамындағы 3-сө, 5-се, 7-се йорттар ҡаршыһында;
— С. Орджоникидзе исемендәге майҙанда.

Фото: pixabay.com

Читайте нас в