Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Октябрь 2019, 17:49

Район гәзитенә ташламалы хаҡҡа яҙылып ҡалығыҙ!

5 октябрҙә Раевка ауылында, район мәҙәниәт һарайы эргәһендәге майҙанда беренсе тапҡыр Бөтә халыҡ матбуғатҡа яҙылыу көнө үтәсәк.

5 октябрҙә Раевка ауылында, район мәҙәниәт һарайы эргәһендәге майҙанда беренсе тапҡыр Бөтә халыҡ матбуғатҡа яҙылыу көнө үтәсәк.
3 октябрҙән 13 октябргә тиклем “Рәсәй почтаһы” иғлан иткән гәзит-журналдарға яҙылыу ун көнлөгө сиктәрендә, был көндө 2020 йылдың беренсе яртыһына үҙәк, республика баҫмаларына һәм район “Әлшәй хәбәрҙәре” гәзитенә ташламалы хаҡҡа яҙыла алаһығыҙ.
Программала:
“йондоҙ” менән зарядка,
гәзит уҡыусылар өсөн викторина,
мәҙәниәт һарайы артистары концерты,
ҡул эштәре күргәҙмә-һатыуы (Пионерҙар йорто).
“Әлшәй хәбәрҙәре” гәзитенә яҙылыусыларҙы ҡыҙыҡлы конкурстар көтә:
“Иң тоғро гәзит уҡыусы” – район баҫмаһының элекке, иң иҫке һанын алып килеүселәр араһында үткәрелә,
“Иң өлгөр” – был көндө район гәзитенә беренсе булып яҙылыусы,
“Иң шаян” – гәзит тураһында кем иң ҡыҙыҡ көләмәс һөйләй йәки таҡмаҡ әйтә.
Шулай уҡ сарала ҡатнашыусылар өсөн үҙәк район китапханаһы хеҙмәткәрҙәре "Шаян хәбәрсе", "Гәзит менән селфи" һәм башҡа конкурстар үткәрә.
Бөтә халыҡ матбуғатҡа яҙылыу көнө дискотека менән тамамлана.
Рәхим итегеҙ! Бик ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс, күңелле сара буласаҡ! Иң әүҙем ҡатнашыусыларҙы бүләктәр көтә. Башлана – 10 сәғәттә.
Реклама хоҡуҡтарында
Читайте нас: