Әлшәй хәбәрҙәре
-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Октябрь 2019, 12:25

Көҙгө саҡырылышҡа старт бирелде

Республиканың хәрби комиссары Игорь Харченко хәбәр итеүенсә, быйыл көҙ Башҡортостандан 5 меңгә яҡын егет Рәсәй армияһына хәрби хеҙмәткә саҡырыла.

Рәсәй президенты Владимир Путиндың указына ярашлы, 2019 йылдың октябрь-декабрь айҙарында илебеҙҙән 132 мең кеше хәрби хеҙмәткә алына. Уларҙың 5 меңгә яҡыны – Башҡортостандан.

- Быйыл көҙ саҡырылғандарҙың күбеһе Көнбайыш хәрби округына оҙатыла, - тип хәбәр итте журналистарға Башҡортостандың хәрби комиссары Игорь Харченко. - Тәү сиратта, яҙ көнө оҙатылмаған егеттәр саҡырыла. Тәүге оҙатыу 24 октябргә билдәләнгән.

Уның һүҙҙәренсә, быйыл көҙ саҡырылғандарҙың 3 меңгә яҡыны ҡоро ер ғәскәрҙәренә хеҙмәт итергә ебәрелә.

Читайте нас: