Әлшәй хәбәрҙәре
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Октябрь 2019, 12:14

Грипҡа ҡаршы вакцинация дауам итә.

Мониторинг мәғлүмәттәренән күренеүенсә, әлеге ваҡытта 753 557 мең кеше прививка алған.

Тәү сиратта киҙеү менән сирләү хәүефе юғары булған категорияға ҡарағандарға: мәғариф һәм медицина учреждениелары, транспорт, торлаҡ-коммуналь хужалығы хеҙмәткәрҙәренә, уҡыусыларға, студенттарға, хеҙмәткә саҡырылыусыларға, 60 йәштән өлкәндәргә прививка яһала. Ул инфекцияны иҫкәртеүҙең иң һөҙөмтәле алымы булып тора, ти белгестәр. Киҙеү менән сирләү өҙлөгөүгә һәм хатта үлемгә килтереүе ихтимал. Грипҡа ҡаршы прививка ауырыусылар һанын кәметеүгә, сирҙе еңелерәк үткәрергә булышлыҡ итә, үлем осраҡтарын кәметә.
Фото из бесплатного фотобанка.
Читайте нас: