Әйтәйек, йылына дүрт меңдән артыҡ булмаған күләмдә матди ярҙам алған студенттар, курсанттар, аспиранттар, адъюнкттар, ординаторҙар һәм ассистент-стажерҙар НДФЛ түләүҙән азат ителә.
Бынан тыш, стихиялы бәлә-ҡазаларҙа, теракттарҙа һәм башҡа ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә зыян күргән граждандар һалымдың ошо төрөнән азат ителә, уларҙың ғаиләләренә лә НДФЛ түләргә кәрәкмәй.