Әлшәй хәбәрҙәре
+3 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Сентябрь 2019, 16:08

Эшләргә теләк кенә булһын

Бөгөн районда 250-нән ашыу эш урыны бар. Мәҫәлән, 148-се ПМС-ҡа 80 юл монтеры талап ителә.

Йәштәр эштәре комитеты халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәге менән берлектә вакантлы эш урындары йәрминкәһе уҙғарҙы

- Беләһегеҙме, беҙгә слесарь кәрәк, - ти “Башҡортостан бройлеры” йәмғиәте вәкиле, тәҡдим ителгән һөнәрҙәр исемлеген ҡыҙыҡһынып ҡараған иргә мөрәжәғәт итеп. – Хеҙмәт хаҡы яҡшы, әйҙәгеҙ, анкета тултырығыҙ, ә мин һеҙгә артабан нимә эшләргә кәрәклеген аңлатам.

Башҡалар кеүек йәштәр үҙәгенә эш эҙләп килгән ир төрлө тәҡдимдәрҙе ҡарарға әҙер ине.

Бөгөн районда 250-нән ашыу эш урыны бар. Мәҫәлән, 148-се ПМС-ҡа 80 юл монтеры талап ителә. Раевка үҙәк район дауаханаһына, “Раевсахар” йәмғиәтенә 20-нән ашыу белгес кәрәк. Раевка ит комбинатының “Әлшәй-ит” йәмғиәте лә бик күп эш урындары тәҡдим итә, унда шулай уҡ тулы булмаған эш көнөнә юрист та талап ителә. Мәғариф бүлегенә - төҙөлөш буйынса инженер, Аксен агросәнәғәт колледжына производствоға өйрәтеү мастеры кәрәк. “Ғаилә” район-ара үҙәгенә – ғаилә менән эшләү өсөн психолог, социаль-мәҙәни үҙәккә – хореограф, йәштәр эштәре буйынса комитетҡа педагог-ойоштороусы, социаль белгес талап ителә.

“Орион” йәмғиәтенә һатыусы, тауар белгесе кәрәк. “Башҡортостан бройлеры”на – цех етәксеһе, ветеринария лабораторияһы мөдире, ҡошсолоҡ фабрикаһы операторҙары – ҡошсолар, слесарҙар, ҡош-ҡортто яһалма аталандыру операторы, йөк тейәүсе, ярҙамсы эшсе талап ителә. Район ауыл хужалығы предприятиелары элеккесә агрономдар, инженерҙар, механизаторҙарға ҡытлыҡ кисерә.

Әлшәй район ветеринария станцияһы, Раевка почтамты, “Башҡортостан игенселек компанияһы”, “Раевка элеваторы” һәм башҡа ойошмаларға ла хеҙмәткәрҙәр кәрәк.

Бынан тыш, эшһеҙ граждандар һөнәри белем ала ала, шул иҫәптән әҙерлек, яңынан әҙерлек йәиһә квалификация күтәреү үтергә мөмкин. Кешеләргә киләсәктә эшкә урынлашырға ярҙам итәсәк курстар райондың халыҡты эш менән тәьмин итү үҙәге иҫәбенә үткәрелә.

Инвалидтар һәм уҡыу йорттарын тамамлап, эшһеҙ тип танылғандарға килгәндә иһә, улар шулай уҡ билдәле бер ойошмаларҙа килешеү буйынса стажировка үтә ала. Тәҡдимдәр күп, эшләргә теләк кенә булһын.
Читайте нас: