Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Сентябрь 2019, 13:04

Районда заманса комплекс төҙөләсәк

Волга буйы федераль округында сусҡа ите етештереүсе иң эре предприятиеларҙың береһее – “Урал ит компанияһы” Ҡыҙыл ауыл биләмәһе территорияһында заманса сусҡасылыҡ комплексы төҙөү проектын бойомға ашыра.

Волга буйы федераль округында сусҡа ите етештереүсе иң эре предприятиеларҙың береһе – “Урал ит компанияһы” Ҡыҙыл ауыл биләмәһе территорияһында заманса сусҡасылыҡ комплексы төҙөү проектын бойомға ашыра.

Республика Башлығы мәғлүмәт хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Инвестиция комитетының сираттағы ултырышында “Башҡортостан ит компанияһы” йәмғиәте генераль директорының беренсе урынбаҫары Ринат Зәйнуллин Әлшәй һәм Бәләбәй райондары территорияһында сусҡасылыҡ комплекстары төҙөү проектын тәҡдим итте. Инвестор “Таврос” компанияһы төркөмөнә инә, ул үҙ эшмәкәрлеген Благовар, Бүздәк, Дәүләкән, Кушнаренко һәм Шишмә райондарында алып бара. Предприятие 3 млрд һумға яҡын аҡса һалып, заманса ауыл хужалығы производствоһы төҙөргә ниәтләй, бында йылына 15 мең тонна сусҡа ите етештереләсәк. 135 эш урыны булдырыласаҡ.

Проектты бойомға ашырыу буйынса Ҡыҙыл ауыл биләмәһендә лә халыкҡтыңлауҙары ойошторолдо, унда республика Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай һәм ауыл Советы депутаттары, район етәкселеге, биләмә халҡы ҡатнашты. Компания вәкилдәре производствола зооветеринария һәм экологик талаптар тулыһынса күҙәтеләсәк, тип белдерҙе, ниндәй технологиялар индереләсәге, уларҙың экологик яҡтан хәүефһеҙ булыуын ентекләп аңлатты. Йыйылышта инвестиция проекты хупланды. Шулай уҡ ер участкалары һайланып, арендаға алынған, проект-тикшеренеү эштәре үткәрелгән, инженерлыҡ инфраструктураһы селтәрҙәренә технологик тоташтырыу тураһында ресурстар менән тәьмин итеүсе ойошмаларҙан рөхсәт алынған. Башланып торған төҙөлөш-монтажлау эштәренә урындағы бизнес йәлеп ителгән.

- Был ғәйәт ҙур проект. Ул республикала ҡеүәтле малсылыҡ кластерының бер өлөшө буласаҡ, - тип билдәләне “Инвестсәғәт”тә БР ауыл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Илшат Файзрахманов.

Быға тиклем проект республика Инвестиция комитетында ҡаралғайны инде. “Инвестсәғәт”тең сираттағы ултырышында ҡатнашыусылар өҫтәмә ярҙам сараларын хупланы.

Фото/Яндекс


Читайте нас: