19 сентябрҙә Өфөлә Радий Хәбировтың инаугурацияһы уҙҙы. Ант биргәндән һәм рәсми рәүештә вазифаға ингәндән һуң Радий Фәрит улы үҙенең 2025 йылға тиклемге эш стратегияһы һәм программаһы менән таныштырҙы.
- Рәсәй Президентының “май указдары” дауамы булараҡ беҙ үҙебеҙҙең 2025 йылға тиклем республиканың социаль-иҡтисади үҫешендәге стратегик йүнәлештәр тураһындағы “сентябрь указы”н ҡабул итәсәкбеҙ, - тине республика Башлығы.
- Үҙ-ара уны “үҫештең тәүге биш йыллығы” тип атайбыҙ. Алдыбыҙға ҙур бурыс ҡуябыҙ. Ошо йылдарҙа республика кеше потенциалы, йәшәү өсөн уңайлы мөхит, иҡтисади үҫеш, инвестициялар һәм инфраструктура кеүек биш төп йүнәлеш буйынса алдынғы төбәктәр рәтенә сығырға тейеш, тип билдәләне Радий Фәрит улы. - Беҙ иҡтисади стратегияны үҙгәртәбеҙ – ҡулланыу иҡтисадынан үҫеш иҡтисадына күсәбеҙ.
“Ошо биш йыллыҡтан аныҡ һәм һиҙелерлек һөҙөмтәләр” булырға тейеш, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостан Башлығы. Аныҡлап әйткәндә, үлем кимәле түбәнәйергә, тыуым артырға, йәшәү кимәле үҫергә тейеш. Бының өсөн һаулыҡ һаҡлау мәсьәләләре хәл ителәсәк, мәғариф системаһы яңырасаҡ, спорт менән шөғөлләнеү өсөн шарттар яҡшырасаҡ, “Ауыл тренеры” проекты эшләй башлаясаҡ, “Мәктәптәргә - спорт көрәшен” программаһы дауам итәсәк. Белем биреү һәм ғаилә менән ял итеү үҙәктәре кеүек күп функциялы мәҙәниәт йорттары төҙөләсәк.
Уйланылғандарҙы тормошҡа ашырыу, социаль мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн ныҡлы иҡтисад кәрәк. Алдағы биш йыллыҡта инвестицияның йыллыҡ күләмен 450 миллиард һумға тиклем еткереү, кәмендә ике махсус иҡтисади зона, 50 индустриаль, агросәнәғәт һәм технопарк ойоштороу, еңел сәнәғәт һәм урман сәнәғәте комплексы предприятиеларының етештереү күләмдәрен арттырыу, ауыл хужалығын тергеҙеү өсөн 500 бәләкәй предприятие һәм шәхси эшҡыуарлыҡ ойошмаһын төҙөү, һөт һәм ит етештереүҙе, ҡулланыуҙы арттырыу өсөн тиҫтәләрсә яңы һөтсөлөк фермалары, мал һимертеү майҙансыҡтары булдырыу күҙаллана. Инфраструктура проекттарына, граждандарҙың торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға, уңайлы ҡала һәм ауыл мөхите ойоштороуға айырым әһәмиәт биреләсәк.
Бөтә йөкләмәләрҙе һәм пландарҙы яңыртылған Хөкүмәт башҡарасаҡ, уның структураһы ай дауамында билдәле буласаҡ.