- Штраф түләмәүселәрҙе административ яуаплылыҡҡа тарттырыуға йүнәлтелгән был сара 25 сентябргә тиклем дауам итә, - тип хәбәр итә Рәсәй Эске эштәр министрлығы Әлшәй районы буйынса бүлегенең административ закондарҙы үтәү төркөмө өлкән инспекторы Альбина Кутьянова. – Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, штрафты ваҡытында түләмәгән өсөн (штраф һалыу тураһында ҡарар үҙ көсөнә ингәндән һуң ике айҙан да һуңламай) ике тапҡырға артыҡ штраф йәки 15 тәүлеккә тиклем аресҡа алыу, мәжбүри эштәр янай.